Аҙнабаев Булат Әхмәр улы

ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы

Аҙнабаев Булат Әхмәр улы (7 март 1966 йыл) — ғалим-тарихсы. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — БДУ-ның Нефтекама филиалының тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2007).

Аҙнабаев Булат Әхмәр улы
Рәсем
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР[1]
 Рәсәй[1]
Тыуған көнө7 март 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1] (58 йәш)
Тыуған урыныӨфө, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрөғалим
Эш урыныБашҡорт дәүләт университеты[1]
Уҡыу йортоОктябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты[1]
Ғилми дәрәжәтарих фәндәре докторы[d][1] (2007)

Биографияһы

үҙгәртергә

Булат Әхмәр улы Аҙнабаев 1966 йылдың 7 мартында Өфөлә тыуған. Атаһы Әхмәр Аҙнабаев — тел белгесе, педагог‑методист, партия һәм юғары мәктәп эшмәкәре.

1988 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай һәм 1992 йылдан ошо юғары уҡыу йортонда эшләй, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — университеттың Нефтекама ҡалаһындағы филиалында тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы кафедраһы мөдире.

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Булат Аҙнабаевтың фәнни тикшеренеүҙәре Өфө өйәҙе халҡының этник составы һәм социаль структураһы формалашыуы, күсмә һәм ярым күсмә халыҡтарҙың Рус дәүләте составына ҡушылыуы проблемаларына, сығанаҡтар өйрәнеүҙең теоретик һәм методологик мәсьәләләренә арналған. 100-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Уфимское дворянство в конце XVI — первой трети XVIII вв.: землевладение, состав, служба. — Уфа, 1999.
  • Интеграция Башкирии в административную структуру Российского государства (вторая половина XVI — первая треть XVIII вв.). — Уфа, 2005.
  • Копия жалован­ной грамоты Иоанна Василье­вича башкиру Уранской волос­ти Авдуаку Санбаеву //Вестник Баш­кирского университета. 2009. Т.14. №3.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
🔥 Top keywords: Баш битГерманияМахсус:ЭҙләүИкенсе донъя һуғышыМорис БежарВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияВикипедия:БерләшмәВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:BarВикипедия:Рәхим итегеҙШәкүров Рәшит Закир улыВикипедия:ТасуирламаЕнси актВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:ҠоролтайАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүКатегория:Ҡитғалар буйынса низағтарВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларБашҡортостанАсыҡ контентЕвропаВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрКатегория:Төньяҡ Кавказ милли-азатлыҡ хәрәкәтеБашҡорт телеБашҡорт алфавитыКислородКатегория:Азияла болаларИнглиз телеВикипедия:Һынау урыныҺиндостанБеларусь