Валга (эст.Valga, нем.Walk, 1920 йылға тиклем рус.Валк, боронғо рус.  исеме — Влех[3][4]) — Эстонияның көньяҡтағы ҡалаһы, Валгамаа өйәҙенең административ үҙәге. Латвия ҡалаһы Валкаға терәлеп тора, уның менән, асылда, бер ҡала тәшкил итә.

Валга
Нигеҙләү датаһы1286
Рәсем
Дәүләт Эстония
Административ үҙәгеВалгамаа[d] һәм Валга[d]
Административ-территориаль берәмекВалга[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанПедели[d]
Халыҡ һаны12 319 кеше (1 ғинуар 2023)[1]
СиктәшВалка[d]
АлыштырғанВалк[d]
Майҙан16,65 км² (31 декабрь 2016)[2]
Почта индексы68230
Урындағы телефон коды8-10-372-76
Карта
 Валга Викимилектә

2009 йыл башына халҡы 12 998 кеше, 2012 йылдың башына — 12 539 кеше, 2017 йыл башына — 12 452 кеше тәшкил иткән.

Географияһы

үҙгәртергә

Валга — илдең иң көньяҡ ҡалаһы. Педель йылғаһы буйында урынлашҡан (Нарва йылғаһы бассейны). Ҡала майҙаны 16,5 км² тәшкил итә.

Ҡала шоссе һәм тимер юлдары сатында урынлашҡан. Ҡаланы Йыхви — Нарва, Уулу (Пярну), Выру, Рига йүнәлешенә шосселар киҫеп үтә. ТаллинТартуРига тимер юлдары Тапа аша Таллин—Нарва— Петербург магистрале менән тоташҡан. Валганы Псковҡа ҡарай Выру — Печора йүнәлешендәге юл киҫеп үтә. Ҡаланан Тартуға тиклем алыҫлыҡ шоссе буйлап 89 км, Пярнуға —144 км, Таллинға 245 км, Ригаға — 175 км, Псковҡа тиклем 170 км тәшкил итә.

Валга ратушаһы, вокзал һәм Яань сиркәүе

Ҡала тураһында беренсе тапҡыр телгә алыу (Валк исеме аҫтында) 1286 йылға ҡарай.

Рәсәй империяһы ваҡытында ҡала Лифлянд губернаһына инә һәм Валка өйәҙенең үҙәге була.

1920 йылдың 1 июлендә[5] ҡала ике өлөшкә — Саба һәм Валгаға бүленә. Ҡаланың ҙур, төньяҡ-көнсығыш өлөшө Эстонияға инә.

Ҡала өлөшөнөң Эстония файҙаһына инеүе Латвияның бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә эстон армияһының ярҙамы өсөн рәхмәт йөҙөнән бүленгән тигән версияһы бар. Мәҫәлән, 1919 йылдың 20 сентябрендә Көнбайыш Ирекле армия етәксеһе Бермондт-Авалов, үҙен «рус дәүләт власы вәкиле» итеп иғлан итә һәм Балтик буйындағы власты бөтә тулылығында үҙ өҫтөнә ала, шуның менән Латвия суверенитеты һәм Латвия власы органдарының барлығы факты менән иҫәпләшмәй. 7 октябрҙә Латвия биләмәһе аша үҙенең ғәскәрҙәрен большевиктар фронтына үткәреү буйынса рөхсәт булмағас, Бермонд-Авалов Латвияға ҡаршы һөжүм башлай. 9 октябрҙә уның ғәскәрҙәре Риганың көнбайыш биҫтәләрен биләй, ә Латвия хөкүмәте, Эстония хөкүмәтенән хәрби ярҙам һорап, Цесисҡа эвакуациялана. 10 октябрҙә Бермондт-Авалов һөжүмен дауам итеү урынына Латвияға ваҡытлыса ярашыу тәҡдим итә. Шул уҡ көндө Ригаға инглиз крейсерҙары эскадраһы, ә Эстониянан бронялы дүрт поезд килә. Интервенцияға ҡаршы берлектәге уңышлы операцияһынан һуң, Эстония ғәскәри сығымдарын ғына ҡаплап ҡалмай, премия сифатында Валка ҡалаһының күпселек өлөшөнә эйә була[6].

1950—1991 йылдарҙа Валга ҡалаһы Валгас районының, 1991 йылдан Валгамаа өйәҙенең үҙәге була.

2007 йылдың 21 декабренән Латвия һәм Эстонияның Шенген зонаһына ингәндән һуң, ҡала йәнә «берҙәм» була: сик буйы контроле булмай, һәр береһе үҙенең идаралыҡ органдарын һаҡлап ҡалһа ла ҡалала латвия-эстон күршелек программаһы эшләй.

Климаты

үҙгәртергә

Валга климаты диңгеҙ һыҙаттары менән уртаса континенталь. Валгала, ҡағиҙә булараҡ, оҙайлы йомшаҡ ҡыш, әммә ҡыҫҡа йылы йәй.

  • Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — 5,9 °C
  • Уртаса ел тиҙлеге — 2,1 м/с
  • Уртаса һауа дымлылығы — 82 %
Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Абсолют максимум, °C8,510,917,227,430,732,133,834,329,521,412,99,634,3
Уртаса максимум, °C−2,3−1,83,110,417,421,022,421,315,39,32,7−0,99,8
Уртаса температура, °C−4,9−5,1−15,111,315,317,015,710,45,60,3−3,45,5
Уртаса минимум, °C−7,8−8,4−4,60,45,39,711,610,86,42,6−2−6,11,5
Абсолют минимум, °C−38,5−35,6−26,8−11,1−5,6−1,62,51,5−6,5−14−20,9−40,5−40,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм523738355179778266676158704
Сығанаҡ: Эстонский гидрометеорологический институт (1971—2000)
Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Абсолют максимум, °C10,110,918,427,430,732,134,434,329,521,412,911,934,4
Уртаса максимум, °C−1,9−1,73,411,317,820,823,321,815,99,72,9−0,810,2
Уртаса температура, °C−4,4−5−0,85,711,715,217,616,110,96,00,5−3,25,9
Уртаса минимум, °C−7,1−8,3−4,50,75,69,812,211,26,82,9−1,7−5,81,8
Абсолют минимум, °C−34,8−35,6−26,8−11,1−5,60,13,11,8−5,5−14,4−21−30,1−35,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм564042335383688559725756708
Сығанаҡ: Эстонский гидрометеорологический институт (1981—2010)

Иҡтисады

үҙгәртергә

Ҡалала ағас эшкәртеү һәм еңел сәнәғәт предприятиелары, ит комбинаты, тегеү һәм аяҡ кейеме фабрикалары бар.

Мәҙәниәте, иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Музей бар. Ҡалала һәйкәл статусында паровоз Су 251-98 тора. Боронғо ҡомартҡылар һәм биналар араһында иғтибарға лайыҡтары:

  • Валганың Изге Иоанн сиркәүе (1787—1816 йылдарҙа архитектор Кристоф Хаберланд тарафынан төҙөлгән).
  • Ратушаның ағас бинаһы (1865 йылда төҙөлгән).
  • Изге Катрина сиркәүе (1477 йылда төҙөлгән).
  • Изге Рухтың рим-католик сиркәүе (1907 йылда төҙөлгән).
  • Азатлыҡ һуғышы монументы (1925 йылғы һәйкәл күсермәһе, 2013 йылда скульптор Соанс Яак тарафынан тергеҙелгән).
  • Стефан Баторий һәйкәле (1584 йылда Валгаға ҡала хоҡуҡтары биреүсе кеше булараҡ 2002 йылда һәйкәл ҡуйыла)

Ҡалала шулай уҡ экстремаль спорт залы, Азатлыҡ һуғышының Паюс алышы тарихына арналған тематик хәрби парк бар.

ЙылХалҡы
18814,200
189710,922
19229,500
193410,800
193910,419
ЙылХалҡы
194010,402
195913,300
197017,000
197918,500
198917,700
ЙылХалҡы
199013,390[7]
200014,352[7]
200613,364[7]
200912,998[7]
201212,539[7]

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Департамент статистики Эстонии — 1991.
  2. Maakatastri statistikaLand Board.
  3. Влех // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Бегунов, Ю. К. Россия героическая : рассказы русских летописей и воинские повести XIV—XVI веков : переводы с древнерусского. — М.: Молодая гвардия, 1988. — С. 166. — 173 с.
  5. 4
  6. Корнатовский Н. А. Борьба за Красный Петроград. — М.: АСТ, 2004. — 606 с. — (Военно-историческая библиотека). — 5 000 экз. — ISBN 5-17-022759-0.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4
    1 ғинуарына ҡарата

Һылтанмалар

үҙгәртергә
🔥 Top keywords: Баш битИкенсе донъя һуғышыПерсейВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуIS.E.R.EK (альбом)Рәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:БелешмәВикипедия:ТасуирламаМахсус:ЭҙләүТаһирова Әнисә Абдулла ҡыҙыИжекАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:ҠоролтайҠалып:Музыкаль альбомМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:БерләшмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)Ҡалып:Музыкаль альбом/docСалауат ЮлаевФекерләшеү:Баш битҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЕнси актВалюта курсыВикипедия:Рәхим итегеҙПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыҠҠХЛ 2023/2024 йылдар миҙгелендәЭякуляцияИр енес ағзаһыМэттью ПерриБашҡорт телеВикипедия:BarҒафаров Алмас Айрат улыПетрищев Руслан СергеевичВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрҠалып:Синглдар исемлегеФәләстин