Гальваник элемент

Гальваник элементокисланыу һәм кире ҡайтарылыу электрохимик процестарын айырмалы үткәреп электр энергияһы булдырыусы ҡоролма.

Даниэля-Якобиҙың гальваник элементы схемаһы

Ҡыҫҡаса аңлатма

үҙгәртергә
Луиджи Гальвани

Бер (беренсел элемент) һәм күп тапҡыр (аккумуляторҙар) разрядлы, реагенттарҙың өҙлөкһөҙ килеүендә эшләгән (яғыулыҡ элементы) гальваник элементын айырып йөрөтәләр.

Төҙөлөшө

үҙгәртергә

Электролит (кислота йәки тоҙҙоң һыуҙағы эретмәһе, һелте, тоҙ иретмәһе һ.б.) менән контаклашыусы, өҙөлгән электр теҙмәһендә көсөргәнеш булдырыусы, химик тәбиғәте яғынан төрлөсә эшләүсе ике электродтан (анод — кире ҡайтарыусы, катод — окисландырыусы) тора. Анод сифатында — цинк, кадмий, тимер, ҡурғаш һ.б., катод сифатында ҡурғаш, терегөмөш, көмөш һ.б. оксидтары йәки тоҙҙары ҡулланыла. Г.э. төп характеристикалары электрод-актив материалдың химик үҙенсәлектәренә бәйле: марганец-цинклыларҙың өҙөлгән электр теҙмәһендәге көсөргәнеше — 1,5—1,8 В, сағыштырма энергияһы 10—80 Вт·сәғ/кг; литийлыларҙың ярашлы рәүештә 2,5—3,5 В һәм 250—600 Вт·сәғ/кг тәшкил итә. Электр тогының үҙ аллы сығанағы итеп күсермәле кино-, радио-, фотоаппаратурала, кардиостимуляторҙарға һәм башҡа бәләкәй ҡоролмаларға, микрокалькуляторҙарға ток биреү өсөн ҡулланыла.

Башҡортостанда етештереү

үҙгәртергә

Башҡортостанда литийлы гальваник элемент булдырыу, поливалентлы металдар (марганец, молибден, баҡыр, кобальт һ.б.) оксидтары нигеҙендә — катод материалдары, һыуһыҙ эретмәләр (сульфолан, көкөрт диоксиды, ҡайһы бер полимерҙар) нигеҙендә электролиттар уйлап табыу б-са тикшеренеүҙәр 20 б. 80-се йй. башынан Органик химия институтында (В.С.Колосницын һ.б.) алып барыла.Гальваник элемент // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Әҙәбиәт

үҙгәртергә
  • Лидоренко Н.С., Мучник Г.Ф. Электрохимические генераторы. М., 1982; Кромптон Т. Первичные источники тока. М., 1986.
  • Ахметов Н.С. Общая и неорганическая химия
  • Аксенович Л. А. Физика в средней школе: Теория. Задания.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
🔥 Top keywords: Баш битИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыФекерләшеү:Баш битЭҙләүҙе оптималлаштырыуАвстралияМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыКарамзин Николай МихайловичВикипедия:БерләшмәҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүАмерика Ҡушма ШтаттарыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесӨфөВикипедия:BarАмерика Ҡушма Штаттары президенттары исемлегеБашҡортостан Республикаһының Дәүләт гимныГамеланВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрЕнси актРимМодуль:Wikidata/PopulationПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Беҙҙең берләшмә ваҡиғаларыПроект:Вики-яҙ 2024Википедия:Һайланған мәҡәләләрТөркиәВикипедия:КатегорияHTMLВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикимедиа фонды