Илбаев Мөхәмәт Исмәғил улы

Илбаев Мөхәмәт Исмәғил улы (13 март 1939 йыл — 21 апрель 2015 йыл) — ауыл хужалығы белгесе, шағир. 2003 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Илбаев Мөхәмәт Исмәғил улы
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө13 март 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыныМөхәмәтйән, Абҙан ауыл Советы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө21 апрель 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыныКүмертау, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрөзоотехник, шағир
Уҡыу йортоБашҡорт дәүләт аграр университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Мөхәмәт Исмәғил улы Илбаев 1939 йылдың 13 мартында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Мөхәмәтйән ауылында тыуған.

Абзан урта мәктәбен тамамлағас, колхозда эш башлай. 1959—1964 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында зоотехник һөнәренә уҡып сыҡҡас, колхоз-совхоздарҙа эшләй. Күмертауҙағы район-ара тоҡомсолоҡ станцияһында баш зоотехник була. Станция бөтөрөлгәс, «Башкируголь» берекмәһенең тәьминәт бүлегендә эшләй.

2015 йылдың 21 апрелендә Күмертау ҡалаһында вафат була, тыуған ауылы Мөхәмәтйәндә ерләнгән

Мөхәмәт Илбаев, белеме буйынса мал хужалығы белгесе булһа ла, ХХ быуаттың 60-сы йылдарында әҙәбиәткә шағирлыҡ таланты менән юл ярып килеп инде. Уның 1968 йылда баҫылып сыҡҡан «Ерҙәр күрҙем» исемле тәүге шиғри йыйынтығы башҡорт шиғриәтенә талантлы ҡәләм эйәһе килеүен хәбәр итте. Артабанғы йылдарҙа уның ижады «Эскән һыуҙар» (2009) китабында үҫеш тапты. «Ҡорҙар йыры» (2012) китабына балалар өсөн шиғырҙары, шиғри хикәйәһе һәм поэмаһы тупланған. Уның был йыйынтығында Башҡортостан халҡының үткән тарихы, бөгөнгөһө һәм хәүефле киләсәге лә сағыла.

Мөхәмәт Илбаев поэтик әҫәрҙәрендә башҡорт теленең нескәлектәрен, күркәмлеген оҫта ижади файҙаланды, шул ерлектә башҡорт шиғриәтен байытты.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Ерҙәр күрҙем: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1968.
  • Тамғалар: Шиғри йыйынтыҡ— Өфө: Китап, 2001. — 157-190 б.
  • Эскән һыуҙар: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2009. — 112 б.
  • Ҡорҙар йыры: Шиғырҙар, шиғри хикәйә, поэма. — Өфө: Китап, 2012.

Әҙәбиәт

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2019)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
🔥 Top keywords: Баш битЛИкенсе донъя һуғышыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуАрыҫлан петроглифтарыВикипедияВикипедия:Алфавитлы күрһәткесМэттью ПерриВикипедия:BarВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ТасуирламаЭҙләүҙе оптималлаштырыуХалыҡ-ара стандарт китап номерыВикипедия:БерләшмәЕнси актМахсус:ЭҙләүВикипедия:Сығанаҡтарға һылтанмаларҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЭэВикипедия:Һайланған мәҡәләләрХеттарПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләКатегория:Алфавит буйынса тораҡ пункттарыВикипедия:ҠоролтайВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрГеографик координаталарКатегория:Википедия:Портреты булмаған хәрби эшмәкәр тураһында мәҡәләПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Беҙҙең берләшмә ваҡиғаларыБоронғо БашҡортостанВикимедиа фондыВикипедия:Башҡорт Википедияһында булырға тейеш мәҡәләләрАсыҡ контентПроект:МириадаФекерләшеү:ДилиЦ