Каракуц Владимир Никитович

Каракуц Владимир Никитович (28 май 1941 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1987 йылдан «Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы»ның (Башнефть-Новойл) генераль директоры, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе.1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Каракуц Владимир Никитович
Затир-ат
Тыуған көнө28 май 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыныБәләбәй, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһыБашҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йортоӨДНТУ

Биографияһы

үҙгәртергә

Каракуц Владимир Никитович 1941 йылдың 28 майында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса украин, юғары белемле — 1975 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын,1958 йылда Черниковка нефть эшкәртеү заводында оператор ярҙамсыһы булып башлай.1962—1978 йылдарҙа XXII партсъез исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында синтетик май кислоталары производствоһында оператор, смена начальнигы, завод директоры урынбҫары булып эшләй.

1987 йылдан «Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы»ның (Башнефть-Новойл) генераль директоры.[1]Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы 50-се Нефтезавод һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе.[2]

Ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар

үҙгәртергә
🔥 Top keywords: Баш битГерманияМахсус:ЭҙләүИкенсе донъя һуғышыМорис БежарВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияВикипедия:БерләшмәВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:BarВикипедия:Рәхим итегеҙШәкүров Рәшит Закир улыВикипедия:ТасуирламаЕнси актВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:ҠоролтайАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүКатегория:Ҡитғалар буйынса низағтарВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларБашҡортостанАсыҡ контентЕвропаВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрКатегория:Төньяҡ Кавказ милли-азатлыҡ хәрәкәтеБашҡорт телеБашҡорт алфавитыКислородКатегория:Азияла болаларИнглиз телеВикипедия:Һынау урыныҺиндостанБеларусь