Литва талоны

Литва талондары, дөйөм талондар (рәсми булмаған исеме «вагноркалар») — Литвала башта параллель рәүештә, артабан совет һумы урынына түләү сараһы булараҡ индерелгән ваҡытлы аҡса.

Литва талоны
Рәсем
Дәүләт Литва
Юрисдикция таралышыЛитва
АлмаштырылғанЛитва литы[d]
АлыштырғанСовет һумы[d]
Башланыу датаһы1991
Тамамланыу датаһы1993
Баһа1 Совет һумы һәм 0,01 Литва литы
 Литва талоны Викимилектә

Исеме (лит. vagnorkės; икенсе исеме — žvėriukai — «хайуандар») 1991 йылдың 13 ғинуарынан 1992 йылдың 21 июленә тиклемге Литва премьер-министры Гедиминас Вагнорюстың фамилияһына бәйле.

1991 йылдың 5 авгусында әйләнешкә индерелә һәм 1992 йылдың 1 октябренән Литва Республикаһында берҙән-бер законлы түләү сараһы булараҡ ҡабул ителә. Шулай итеп, Литва һум зонаһынан сыға.

1991 йылғы талондар

үҙгәртергә

«Вагноркаларҙа» Литва фаунаһы һүрәттәре урынлаштырылған (1991 йылғы):

Талондарҙың ваҡ аҡсалары сығарыла —талондың 0,50 һәм 0,10 өлөшө. Ҡабаттан сығарылған аҡсаларҙа ялған өсөн яза тураһында иҫкәртмә өҫтәлә һәм тағы ла бер ваҡ өлөш сығарыла — 0,20.

1992 йылғы талондар

үҙгәртергә

1992 йылда яңы өлгөләре талон сығарыла. — һүрәттәре менән бәләкәй һәм башҡа размерҙа:

1993 йылғы талондар

үҙгәртергә

1993 йыл башындағы модификациялар:

«Вагноркалар» башҡарылыу яғынан ябайлығы һәм ялғандан яҡлау кимәленең түбәнлеге менән айырыла.

1993 йылдың 25 июнендә литтарҙы әйләнешкә индереү менән талондар 100 : 1 нисбәтендә алмаштырыла. Дөйөм талондар әйләнештә 1993 йылдың 20 июленә тиклем ғәмәлдә булалар.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
🔥 Top keywords: Баш битРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:ТасуирламаВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:БелешмәМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрБашҡорт телеВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БерләшмәВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Рәхим итегеҙЭҙләүҙе оптималлаштырыуВикипедия:ҠоролтайБашҡорт алфавитыАсыҡ контентАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрКатегория:Дини терминдарПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыСайтВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрКатегория:Дини терминологияПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләТәгәрмәсБалиғлыҡРәсәй ФедерацияһыАҡсаМэттью ПерриПроект:МириадаМахсус:ӨлөшөмВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Беҙҙең берләшмә ваҡиғаларыЕнси актҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:BarИстинжә