Макарска

Макарска[4] (хорв. Makarska) — Хорватияла, Далмациялағы ҡала. Курорт, Макарска ривьераһының башҡалаһы. Адриатика ярының үҙәк өлөшөндә Сплит (60 км) һәм Дубровник (140 км) ҡалалары араһында урынлашҡан. Халыҡ һаны 13 716 кеше (2001).

Макарска
хорв. Makarska
Рәсем
Рәсми атамаһыMakarska
Этнохоронимmacarschesi һәм macarensi
Дәүләт Хорватия
Административ-территориаль берәмекСплитско-Далматинская жупания[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+1:00[d]
Халыҡ һаны13 301 кеше (31 август 2021)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек0 метр
Туғандаш ҡалаТравник[d]
Майҙан37,8 км²[2],
26 км²[2]
Почта индексы21300[3]
Рәсми сайтmakarska.hr
Святой покровительКлимент I[d]
Урындағы телефон коды021
Номер тамғаһы кодыMA
Карта
 Макарска Викимилектә

Макарска ҡалаһынан Хорватияның эре ҡалаларына даими автобус бәйләнеше бар, шулай уҡ Брач утрауындағы Сумартин ҡалаһына паром менән бәйле.

Диңгеҙ менән тәбиғәт паркы булған Биоково тау массивтары араһындағы тар һыҙатта урынлашҡан. Биоково тауының иң бейек түбәһе Изге Юрий тауы (1762 м). Изге Петр мороно Макарска ҡалаһы эсендәге диңгеҙ яры буйын ике бухтаға бүлә. Көнсығыш бухтала, изге Петр Осеява моронона тиклем порт һәм яхта причалдары урынлашҡан, шул уҡ ваҡытта көнбайыш өлөшө пляждар менән курорт зонаһы булып тора, унда йөрөү өсөн оҙон яр буйында кафелары, отель һәм магазиндары менән Маринета һуҙыла.

Качич-Миошич майҙаны

Ҡаҙыу эштәре күрһәтеү буйынса, диңгеҙҙән ике морон менән ҡапланғанбухта ярҙарындағы ултыраҡ халыҡ рим дәүеренән йәшәп килә. 533 йылда Мукурум ултырағында хәҙерге Макарска ҡалаһында епархия ойошторола.

VII быуатта райондың бөтә яр һыҙығына славяндар күсеп ултыра, уларҙы Макарска ривьераһынан көньяҡтараҡ диңгеҙгә ҡойоусы Неретва йылғаһы исеме менән неретвандар тип йөрөтәләр. 887 йылдың 18 сентябрендә дож Петр Кандиандың флотын хәҙерге Макарсканан алыҫ булмаған диңгеҙ һуғышында славяндар ҡыйрата, бынан һуң венецианлылар бындағы һыуҙарҙа ирекле йөҙөп йөрөү өсөн урындағы ҡәбиләләргә яһаҡ түләргә мәжбүр була.

Әммә тиҙ арала урындағы кенәздәрҙең төкәнмәҫ ҡеүәте бөтә. Бер нисә быуат был ерҙәр өсөн урындағы босния кенәздәре, венгрия королдәре һәм Венеция көрәшә, яуҙарҙа йә бер яҡ, йә икенсе яҡ еңә. XVXVI быуаттарҙа Макарска тирәһендә ерҙәр тағы көрәш аренаһына әйләнә, был юлы Венеция менән Ғосман империяһы талаша.

Биоковонан Макарска ҡалаһына күренеш

Төрөктәр XVI быуатта ултыраҡты баҫып ала һәм 100 йылдан ашыу дауамында уны контролдә тота, был ваҡытта ул венеция һөжүмдәрен кире ҡағыуға һәләтле яр буйҙарында нығытылған төп форттарҙың береһе була. 1646 йылда районды яңынан венециялылар контролдә тота башлай, ә 1681 йылда Макарска рәсми рәүештә Венецияға ҡушыла. Артабанғы Венецияның хакимлығының 100 йылы эсендә ҡала ныҡ үҫә һәм Далмацияның мөһим пункттарының береһе булып ҡала, диңгеҙ һәм ҡоро ер сауҙа юлдарын тоташтырыу урыны булып тора.

1797 йылда Макарска Хорватия кеүек үк Австрияға ҡушылған була. Бер аҙ француз хакимлығынан һуң 1813 йылда тағы австрия тажы власы аҫтына эләгә.

1914 йылда бында курортсылар өсөн беренсе ҡунаҡхана асыла, әммә Макарска ривьераһының курорт зонаһы булараҡ алға китеше XX быуаттың 70 йылдарында башлана.

1990 йылда Югославия тарҡалғандан һуң Макарска һәм Макарска Ривьера — Хорватияның бойондороҡһоҙ өлөшө. Дубровниктан һәм башҡа хорват далмацияһы ҡалаларынан айырмалы рәүештә, ҡала 90 йылдарҙағы граждандар һуғышында зыянды әҙерәк күрә. Һуғыш тамамланғандан һуң ҡала һәм төбәктең туристик индустрияһы көслө үҫеш кисерә.

Климаты

үҙгәртергә

Макарскаға урта диңгеҙ климаты хас. Ҡышын температура уртаса 10 °С., йәй яҡынса 25 °С.

Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Абсолют максимум, °C{{{Янв_а_макс}}}23,423,726,529,534,036,237,532,228,423,520,637,5
Уртаса максимум, °C{{{Янв_ср_макс}}}13,014,917,722,326,429,529,526,021,816,813,720,4
Уртаса минимум, °C5,95,97,710,514,718,320,920,817,714,310,17,212,8
Абсолют минимум, °C−6,6−4,7−4,42,76,61012,812,1104,9−0,2−4,4−6,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм685663544734264564799483713
Сығанаҡ: Виртуальный гид

Иҡтисады

үҙгәртергә

Макарсканың иҡтисади нигеҙен, бөтә төбәктәрендәге кеүек үк, туризм үтәй.

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Ален Бокшич, хорват футболсыһы. 1990 йылдарҙа донъяла иң яҡшы һөжүмселәрҙең береһе. Хорватияның футбол буйынса йыйылма командаһының тренерҙар штабы ағзаһы була.
  • Гроздан Кнежевич, хорват архитекторы, 1928 йылда тыуған

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
Боронғо ҡала
  • Боронғо ҡала — тар урамлы таш түшәлгән типик далматин боронғо ҡалаһы.
  • Изге Марк сиркәүе — ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан, Качича-Миошич майҙанында. XVIII быуат төҙөлгән.
  • Изге Петр сиркәүе — Изге Петр морононда урынлашҡан, XIV быуат башында төҙөлгән, һуңыраҡ тулыһынса емерелгән. XVII быуат аҙағында барокко стилендә тергеҙелә. 1962 йылда көслө ер тетрәүҙән зыян күрә. 1992 йылда ғына реконструкциялау тулыһынса тамамлана
  • Франциск монастыры — монастырь боронғо ҡаланың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан, XV быуат башында төҙөлгән, унан алып бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡоролған. Франциск монастырындағы элекке шарап подвалының өлөшө ҡабырсаҡ музейына бирелә
  • Макарсканың тирә-яғы бик матур, йәйәү йөрөү өсөн идеаль урын булып тора, тауҙарҙа йөрөү өсөн — Биоково массивы, тигеҙлектә йөрөү өсөн — диңгеҙ буйҙары.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Popis stanovništva, kućanstava i stanova 2021. – stanovništvo prema starosti i spolu po naseljima, 2021 Croatian census: population data by age, sex, settlementСтатистическое бюро Хорватии, 2022.
  2. 2,0 2,1 https://dgu.gov.hr/registar-prostornih-jedinica-172/172
  3. https://www.posta.hr/preuzimanje-podataka-o-postanskim-uredima — 2022.
  4. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 295. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
🔥 Top keywords: Баш битШәкүров Рәшит Закир улыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыМахсус:ЭҙләүМорис БежарИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедияИМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрҠ (кирил хәрефе)Википедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәВикипедия:КатегорияЭҙләүҙе оптималлаштырыуВикипедия:ТасуирламаПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыВикипедия:Рәхим итегеҙУйғырҙар геноцидыВикипедия:BarВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Алфавитлы күрһәткесПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:ҠоролтайСребреницалағы геноцидҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүАрыҫлан петроглифтарыМайлы япраҡИр енес ағзаһыАсыҡ контентКатегория:ДеколониялаштырыуШвед телеТимеров Азамат Камил улыЮлсы (мосафир) намаҙыКатегория:ГеноцидтарКатегория:Илдәр буйынса 2010-сы йылдарӘрмәндәрҙе юҡ итеү сәйәсәте