Мәсәғүт кантоны

Мәсәғүт кантоны (рус. Месягутовский кантон) — Башҡорт Автономиялы Республикаһы кантоны.

Мәсәғүт кантоны
Мәсәғүт кантоны
Ил Башҡорт АССР-ы
ҮҙәгеМәсәғүт
Ойошторолған1922
Майҙаны13 004 км².
Халҡы160 219 кеше (1926) (башҡорттар — 41521,
мишәрҙәр — 9242,
мордвалар — 3405,
урыҫтар — 86371,
татарҙар — 17920 һәм башҡалар).
Рәсми телдәрбашҡорт теле
урыҫ теле

Административ үҙәге — Мәсәғүт ауылы.

1922 йылда 5 октябрҙә Дыуан-Ҡошсо кантонының - 20, Златоуст өйәҙенең – 12, Өфө өйәҙенең 1 улусынан БАССР составында ойошторола. Майҙаны — 13 004 км². 1923 йылда 1 мартында Әҙеғол һәм Юва улустары — Красноуфимск өйәҙенә, Шәкүр улусы Екатеринбург өйәҙенә инә, кантон составына Петропавловск улусы, 14 ноябрҙә – Златоуст өйәҙе 1‑се Әйле улусының бер өлөшө индерелә. 1926 йылда 7 июнендә Мәсәғүт кантоны менән Урал өлкәһенең Златоуст, Көңгөр һәм Свердловск округтары араһында өҫтәмә сик бүлеү үткәрелә. 1929—30 йй. Мәсәғүт кантоны составына Златоуст округының бер өлөшө тапшырыла. БашҮБК Президиумының 1923 йылда 24 ғинуарда ҡарары менән Мәсәғүт кантоны территорияһында — 9, 1924 йылда 31 ғинуарда — 11, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1924 йылда 15 декабрҙә һәм 1926 йылда 14 июнендәге декреты менән 10 улус ойошторола. Башлыса ауыл хужалығы үҫешкән була. 1927 йылда һөрөнтө ерҙәр майҙаны (мең га) 128,5, шул иҫәптән һоло сәсеүлеге — 44,4, бойҙай — 39,2, арыш — 35, арпа — 0,8, картуф — 2,5, етен — 2,9, ҡарабойҙай — 1; һыйыр малы — 95060 баш, йылҡы — 59879, һарыҡ — 138578, кәзә — 8588, сусҡа – 17743. Мәсәғүт кирбес һәм Ярославка күн заводтары эшләй (1927). 57 баҙар эшләй (1926). 1‑се баҫҡыс 149 мәктәп була (1926; шуларҙың 55‑ендә уҡытыу башҡорт теле, 1‑һендә — мордва, 25‑ендә — татар, 67‑һендә — урыҫ, 1‑һендә эстон телендә алып барыла); 6 дауахана, 3 амбулатория, 11 фельдшер пункты (1930); 9 китапхана, 17 уҡыу йорто (1928) эшләй. 1930 йылда 20 августа кантон бөтөрөлә, уның территорияһы Иҫке Балаҡатай (Дыуан‑Мәсетле, Иҫке Балаҡатай, Әйле, Ямаш улустарының бер өлөшө), Дыуан (Дыуан, Мәсәғүт, Оло Аҡа, Үрге Ҡыйғы улустарының бер өлөшө), Үрге Ҡыйғы (Дыуан‑Мәсетле, Ҡалмаҡол, Мырҙалар, Мәсәғүт, Үрге Ҡыйғы, Әйле улустарының бер өлөшө), Дыуан‑Мәсетле (Дыуан‑Мәсетле, Оло Аҡа, Ямаш улустарының бер өлөшө) административ райондары составына инә.

Халҡы 1926 йылда — 160 219 кеше (башҡорттар — 41521, мишәрҙәр — 9242, мордвалар — 3405, урыҫтар — 86371, татарҙар — 17920 һәм башҡалар).

География

үҙгәртергә

Майҙаны — 13 004 км². Төньяҡта — Пермь губернаһы, төньяҡ‑көнсығышта — Екатеринбург губернаһы, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Силәбе губернаһы, көньяҡ‑көнбайышта — Өфө кантоны, көнбайышта Бөрө кантоны менән сиктәш була. Административ үҙәге – Мәсәғүт ауылы (хәҙәрғе Дыуан районы).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә


Әҙәбиәт

үҙгәртергә
🔥 Top keywords: Баш битВикипедияИкенсе донъя һуғышыВикипедия:ТасуирламаМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:БелешмәАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүВикипедия:BarВикипедия:КатегорияВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:БерләшмәВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Рәхим итегеҙХалыҡ-ара стандарт китап номерыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:ҠоролтайШаммасов Рауил Сәхиулла улыВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрКатегория:СөнниселекХәйбуллин Ишморат Нәзир улыВикипедия:Авторлыҡ хоҡуҡтарыАсыҡ контентБашҡорт телеЭякуляцияБашҡорт алфавитыИнглиз телеЗакир НайкПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикимедиа фондыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыАвстралияКатегория:СөннилекВикипедия:Ҡатнашыусыларҙың исемдәре