Озолиня Лилита Арвидовна

Лилита Озолиня (латыш. Lilita Ozoliņa; 19 ноябрь 1947 йыл, Рига) — СССР һәм Латвияның театр һәм кино актёры. Латвия ССР-ының атҡаҙанған артисы (1983).

Озолиня Лилита Арвидовна
латыш. Lilita Ozoliņa
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Латвия
 СССР
Тыуған көнө19 ноябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыныРига, Латвия ССР-ы[d], СССР
Вафат булған көнө5 июнь 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1] (75 йәш)
Вафат булған урыныЛатвия
Һөнәр төрөактёр
Уҡыу йортоЛатвийская музыкальная академия имени Язепа Витола[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы орден Трёх звёзд заслуженный артист Латвийской ССР

Биографияһы

үҙгәртергә

Лилита Озолиня 1947 йылдың 19 ноябрендә Ригала интеллигенттар ғаиләһендә тыуған: әсәһе Альбертина, немец киностудияһында режиссер ярҙамсыһы булып эшләгән, атаһы Арвид, летчик-һынаусы булған.

Ун йәшендә «Эхо» фильмында көтөүсе ҡыҙ ролендә төшөргә тырышып ҡарайң тик уны алмайҙар. Һигеҙ йәшендә Рига киностудияһы ҡарамағындағы киноактёрҙарҙың халыҡ сутдияһына уҡырға инә.

Үҫмер йылдарында, медицина менән шөғөлләнергә теләП, урта мәктәптә уҡыу менән бер рәттән, медицина училищеһында уҡый һәм Риганың Республика клиник дауаханаһында шәфҡәт туташы сифатында практика үтә[2]. 1966 йылдан Ян Райнис исемендәге художество театрында эшләй башлай.

1969 йылда киноактёр студияһын тамамлай, ә 1971 — Я.Витола исемендәге Латвия дәүләт консерваторияһының актёрлыҡ факультетына тамамлай.

Шул ваҡытта уҡ ул беренсе тапҡыр кинола төшә, студияның уҡытыусыларының береһе, режиссер Алоиз Бренч төшөргән «Когда дождь и ветер стучат в окно» (1967) фильмында Велта ролен башҡара. Был эштән һуң кинола башҡа ролдәр килә. Әммә,танылыуҙы уға Алоиз Бренч төшөргән «Долгая дорога в дюнах» (1980) фильмында Марта роле килтерә. Уңыштан һуң күп һанлы роль тәҡдимдәре башлана, улар иҫәбендә «Краткое наставление в любви» мюзиклы, «Личная жизнь Деда Мороза» комедияһы (1982), «Двойной капкан» сәйәси детективы (1985) һәм башҡалар.

Актриса үҙ илендә сәйәси һәм йәмәғәт тормошонда ҡатнаша: 1975 йылдан башлап — КПСС ағзаһы; Латвия ССР-ы Юғары Советы депутаты була[3].

СССР тарҡалғандан һуң Рига киностудияһында э.ш булмай, тик театр ғына ҡала. Лилита Озолиня элеккесә ике Рига сәхнәһендә: «Дайлес»[4] театрында һәм Рига рус драма театрында эшләй.

1994 йылда Лилита Озолиня кино актерҙарының «Балтик ынйылары» Рига халыҡ-ара фестивале эшендә ҡатнаша, СССР-ҙың халыҡ артисы Вия Артмане рәйеселеге аҫтында киносмотры жюри ағзаһы була. 1997 йылда — был фестивалдең жюри рәйесе булып тора.

2014 йылда Лилита «Женщины Пикассо» постановкаһында XX быуаттың күренекле рәссамының яратҡан ҡатыны — Дягилев труппаһының элекке балеринаһы һәм рус генералы ҡыҙы Хохлова Ольганың образын уңышлы башҡара[5].

Лилита Озолиня Ригала йәшәй. Уның ҡыҙы — Лилиана Озолиня (латыш. Liliāna Ozoliņa), үҙ ваҡытында MTV Latvija телеканалының директоры була

Фильмографияһы

үҙгәртергә
  1. 1967 — Когда дождь и ветер стучат в окно — Велта
  2. 1968 — За поворотом — поворот — Инга
  3. 1969 — Лучи в стекле — Ася Ритум
  4. 1970 — Насыпь — Дзидра
  5. 1970 — Клав — сын Мартина — Ласма
  6. 1971 — Прогулка — Лилита
  7. 1972 — Петерс — Настя
  8. 1973 — Шах королеве бриллиантов — Майга Страута, доктор
  9. 1973 — Афера Цеплиса — гостья на свадьбе
  10. 1973 — Олег и Айна — Айна
  11. 1974 — Не бойся, не отдам! — Дезия
  12. 1975 — В клешнях чёрного рака — Мара
  13. 1976 — Сын председателя — Марина
  14. 1976 — Соната над озером — Вия
  15. 1979 — Ночь без птиц — Илзе
  16. 1979 — Незаконченный ужин — Соня
  17. 1980 — Жаворонки — Визма
  18. 1980 — Долгая дорога в дюнах — Марта
  19. 1982 — Личная жизнь Деда Мороза — Ольга Карповна
  20. 1983 — Краткое наставление в любви — Анна
  21. 1984 — Аплодисменты, аплодисменты… — гостья на вечеринке
  22. 1985 — Двойной капкан — Эва
  23. 1985 — Встретимся в метро — Наташа
  24. 1985 — Дороги Анны Фирлинг — Иветта
  25. 1985 — Фронт в отчем доме — Элга
  26. 1986 — Двойник — Нина
  27. 1986 — Он, она и дети — Валерия Снежкова
  28. 1990 — Майя и Пайя
  29. 1990 — Семья Зитаров — Алвина
  30. 1996 — Анна
  31. 2000 — Билет до Риги
  32. 2002 — Прогулка
  33. 2004 — Красная капелла — мадам Маер
  34. 2016 — Герой — Елизавета Ивановна Езерская

Бүләктәре, танылыуы

үҙгәртергә
  • 1983 — СССР Дәүләт премияһы (1983) : «Долгая дорога в дюнах» (СССР) телефильмында Марта образы өсөн.
  • 1983 — Латвия ССР-ының атҡаҙанған артисы (СССР).
  • 2000 — Вия Артмане исемендәге премия: «Латвия киноһына индергән өлөшө өсөн» (актерҙарҙың халыҡ-ара «Балтик ынйылары» фестивале, Латвия).
  • 2009 — IV дәрәжә Өс йондоҙ ордены кавалеры (Латвия).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Mūžībā devusies Dailes teātra leģenda – aktrise Lilita Ozoliņa
  2. Актриса Лилита Озолиня: важно, что ты можешь удивляться (ВИДЕО), Mixnews.lv (недоступная ссылка). Mixnews.lv. Дата обращения: 6 апреля 2016. Архивировано
  3. ОЗОЛИНЬ Лилита Арвидовна Кино: Энциклопедический словарь/Гл. ред. С. И. Юткевич; Редкол.: Ю. С. Афанасьев, В. Е. Баскаков, И. В. Вайсфельд и др.- М.: Сов. энциклопедия, 1987.- 640 с., 96 л. ил.
  4. Что такое Латвийский театр Дайлес // Большой Энциклопедический словарь (БЭС) — Словари — Словопедия
  5. Спектакль «Женщины Пикассо» в Москве — купить билеты, отзывы, афиша

Һылтанмалар

үҙгәртергә
🔥 Top keywords: Баш битЛИкенсе донъя һуғышыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуАрыҫлан петроглифтарыВикипедияВикипедия:Алфавитлы күрһәткесМэттью ПерриВикипедия:BarВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ТасуирламаЭҙләүҙе оптималлаштырыуХалыҡ-ара стандарт китап номерыВикипедия:БерләшмәЕнси актМахсус:ЭҙләүВикипедия:Сығанаҡтарға һылтанмаларҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЭэВикипедия:Һайланған мәҡәләләрХеттарПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләКатегория:Алфавит буйынса тораҡ пункттарыВикипедия:ҠоролтайВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрГеографик координаталарКатегория:Википедия:Портреты булмаған хәрби эшмәкәр тураһында мәҡәләПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Беҙҙең берләшмә ваҡиғаларыБоронғо БашҡортостанВикимедиа фондыВикипедия:Башҡорт Википедияһында булырға тейеш мәҡәләләрАсыҡ контентПроект:МириадаФекерләшеү:ДилиЦ