Соня Хени

Соня Хени (норв. Sonja Henie; 8 апрель 1912 йыл12 октябрь 1969 йыл) — Норвегия фигурисы, яңғыҙҙар разрядында һәм парлы шыуыуҙа сығыш яһай, артабан Америка актёры.

Соня Хени
норв. Sonja Henie
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ Норвегия
 Америка Ҡушма Штаттары
Спортта ил өсөн сығыш яһай Норвегия
Тыуған көнө8 апрель 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыныОсло, Норвегия
Вафат булған көнө12 октябрь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1][2][3][…] (57 йәш)
Вафат булған урыныОсло, Норвегия
Үлем төрөтәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбехронический лимфолейкоз[d]
Ерләнгән урыныХёвикодден[d]
АтаһыВильхельм Хени[d]
Хәләл ефетеDan Topping[d][4], Niels Onstad[d][4] һәм билдәһеҙ
Внебрачный партнёрЖак Дан[d]
Һөнәр төрөактёр, фигурист, кино актёры, сәнғәт коллекционеры
ТренерHoward Nicholson[d]
Спорт командаһы ағзаһыOslo SK[d]
Сәләмәтлек торошолейкоз[d]
Спорт төрөФигуралы шыуыу
Спорт дисциплинаһыпарное фигурное катание[d] һәм женское одиночное фигурное катание[d]
Партнёр в спорте или профессииЖак Дан[d] һәм Stewart Reburn[d]
Ҡатнашыусыfigure skating at the 1928 Winter Olympics – ladies' singles[d], Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 1932 — одиночное катание (женщины)[d], Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 1936 — одиночное катание (женщины)[d] һәм figure skating at the 1924 Winter Olympics – ladies' singles[d]
ФильмографияSonja Henie filmography[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы165 сантиметр
ПобедаФигурное катание на зимних Олимпийских играх 1932 — одиночное катание (женщины)[d], Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 1936 — одиночное катание (женщины)[d] һәм figure skating at the 1928 Winter Olympics – ladies' singles[d]
Вики-проектПроект:Фигурное катание[d]
 Соня Хени Викимилектә

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында яңғыҙ шыуыу буйынса тәүге һәм берҙән-бер өс тапҡыр Олимпия чемпионы (1928, 1932, 1936). Фигуралы шыуыуҙа алтын олимпия наградалар һаны буйынса (3-әр) рекордты Гиллис Графстрём һәм Ирина Роднина менән бүлешә). Донъя чемпионатының (1927—1936) ун тапҡыр еңеүсеһе һәм алты тапҡыр Европа чемпионы (1931—1936).

1936 йылда 24 йәшендә һәүәҫкәр спортты ҡалдырып, боҙҙағы балетта голливуд йондоҙона әйләнә. 1927—1958 йылдарҙа Голливудта 15 фильмда (иң билдәлеһе — «Ҡояшлы үҙән серенадаһы») төшә. 1941 йылда Америка гражданлығы ҡабул итә.

Биографияһы

үҙгәртергә

Спорт карьераһы

үҙгәртергә
Соня Хени 1930 йылдың мартында

Соня Хени Христианияла, хәҙерге Ослола тыуған. Атаһы, Вильхельм Хени (элекке уңышлы спортсы, велоспорт буйынса донъя чемпионы), уңышлы ғына тире эшкәртеүсе була, уның ҡатыны Сельма — хужабикә.

Бизнестан табыш алыуҙан тыш, Соняның атаһы ла, әсәһеһе лә бай вариҫтарҙан һанала. Ата-әсәһе балаларын бәләкәй саҡтан уҡ спорттың төрлө төрҙәренә ылыҡтыралар.

Соня Хени башта саңғы спорты менән шөғөлләнә, бында ул ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, әммә аҙаҡ өлкән ағаһы Лейфҡа эйәреп, фигуралы шыуыу менән шөғөлләнә башлай.

Шулай уҡ, Хени теннис һәм йөҙөү менән дә шөғөлләнә. Соняның, фигуристка булараҡ, етди һабаҡ ала башлауы була, уның мәктәптәге формаль уҡыуы шунда уҡ тамамлана.

Атаһы ҡыҙы өсөн донъяла иң яҡшы педагогтарҙы, шул иҫәптән, билдәле Рәсәй балеринаһы Тамара Карсавинаны эшкә яллай.

Вильхельмдың маҡсаты ҡыҙын билдәле спортсы итеү була.

Хени 9 йәшлек сағында тәүге тапҡыр Норвегияла үткән өлкәндәр чемпионатында ҡатнаша, ә ун бер йәшлек сағында Шамониҙағы Ҡышҡы олимпия уйындарында (1924) һигеҙенсе урын алыуға өлгәшә.

Артабанғы 1924—1926 йылғы миҙгелендә һәр береһенән иң яҡшыһын алыу өсөн, Хени бер нисә боҙлоҡ һәм тренерын алмаштыра.

1927 йылда Соня Хени фигуралы шыуыу буйынса Донъя чемпионатында ун тапҡыр бер-бер артлы еңеү яулай (тарихта булмаған хәл).

Бер йылдан һуң ул беренсе Олимпия алтын миҙалын алыуға өлгәшә. Соня Хени 15 йәш тә 316 көн булғанында уҡ спорт донъяһында, яңғыҙҙар ярышында еңеп, ҙур сенсация тыуҙыра.

7 судьяның 6-һы ул күрһәткән «Үлеп барыусы аҡҡош» композицияһы өсөн тауыш бирә. Ул шулай уҡ Европа чемпионатында бер-бер артлы алты тапҡыр еңеп сыға.

Үҙенең спорт карьераһы осоронда Хени бик күп сәйхәт итә һәм төрлө сит ил тренирҙары менән эшләй. Тыуған ерендә, Ослола, ул «Frogner» стадионында күнекмәләр үтә, әммә һәүәҫкәр карьераһының аҙағында Лондонда американлы Говард Николсондан спорт һабаҡтары ала.

Уны йыш ҡына шулай уҡ төрлө боҙ шоуҙарында ҡатнашырға Европаға ла, Төньяҡ Америкаға ла саҡыралар. Сониҙың атаһы ла, әсәһе лә үҙҙәренең бизнесын, ҡыҙҙарын менеджер сифатында оҙатып йөрөү өсөн, улдары Лейфҡа тапшыралар.

Соня Хени беренсе булып фигуралы шыуыу костюмында ҡыҫҡа итәк ҡуллана, шулай уҡ ул беренсе булып бейеүгә хореография индерә.

Голливудтағы карьераһы.

үҙгәртергә
Соня Хени «Time» журнал тышлығында (1939)

1936 йылдағы Донъя чемпионатынан һуң, Соня Хени боҙ шоуының һәүәҫкәрҙәр статусы менән хушлашып, профессиональ башкарыусылар карьераһын башлай.

Бәләкәй сағынан уҡ Хени Голливудта карьера яһарға һәм кино йондоҙо булырға хыяллана, һәм уға был хыялын тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлеккә юл асыла.

1936 йылда, атаһы ойошторған боҙҙағы балетта уңышлы сығыш яһағандан һуң, уны Fox Studios-та эшләүсе Дэррил Занук контракт төҙөү юлы менән эшкә яллай, һәм Хени шул замандағы иң юғары эш хаҡы алып эшләүсе актрисаларҙың береһенә әйләнә.

Соняға тәүге уңыштар «Миллионға берәү» филмынан һуң килә. Кино йондоҙо карьераһына өҫтәп, Соня Хени «Боҙҙа Голливуд ревюһы» тип аталған һәм бары уның өсөн генә боҙҙа балет туры ойошторған Артур Вирц менән контракт төҙөй.

Вирц шулай уҡ Хениҙың финанс кәңәшсеһе булараҡ та эш итә. Хениҙың ҙур танылыу яулаған мәлдәрендә, бындай турҙар уға йыл һайын ике миллион доллар килем бирә.

Шулай уҡ ул конькиҙар, спорт кейемдәрен, ҡыйбатлы биҙәүестәр һәм башҡа тауарҙарҙы рекламалау буйынса табышлы контракттар төҙөй. Был йүнәлештәге эшмәкәрлектән алған табыштары үҙ заманында уны донъялағы иң бай ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе итә.

1950 йылда Хени Вирц менән төҙөгән контрактын ғәмәлдән сығара һәм киләһе өс миҙгелдә «Сони Хениҙың боҙ ревюһы» тип аталған үҙ турҙарын үткәрә. Был хата ҡарар була. Вирц тамашасыларҙы яңы олимпия чемпионы — Барбара Энн Скотт менән таныштыра. Вирц иң яҡшы аренелар һәм даталар менән идара иткәнлектән, Хениға унан артып ҡалған насарҙары ғына эләгә. Бөтә был эшмәкәрлек финанс бөлгөнлөгө менән тамамлана. Тап шул ваҡытта Соня Хени алкоголь эсемлектәр ҡулланыуға әүәҫләнеп китә.

Нацистар менән бәйләнештәре хаҡында бәхәс

үҙгәртергә
Соня Хени нацист Германияһында 1936 йылда үткән ҡышҡы Олимпия уйындарында.

Хенҙың Адольф Гитлер һәм башҡа юғары урындар биләгән нацистар менән бәйләнеше Икенсе донъя һуғышы алдынан да, шул ваҡытта ла һәм унан һуң да һәр төрлө бәхәстәргә сәбәпсе була.

Үҙенең һәүәҫкәрҙәр карьераһы ваҡытында ул йыш ҡына Германияла сығыш яһай, һәм аудиенцияның, атап әйткәндә, Гитлерҙың яҡын күргән кешеһенең береһе була.

Тормошта үҙ урынын тапҡан һәм танылған шәхес булараҡ, ул билдәле бер даирәләр, дәүләт һәм йәмәғәт башлыҡтары менән бер үк мөхиттә эш итә, шуға күрә уның өсөн бындай танышлыҡ ҡәҙимге аралашыу булараҡ ҡабул ителә.

Тәүге бәхәс, 1936 йылдағы Олимпия уйындары алдынан, Хениҙың Берлин күргәҙмәһендә Гитлерҙы нацист салюты менән сәләмләп ҡаршы алғанынан һуң, башлана. Бының өсөн ул Норвегия матбуғаты тарафынан ҡаты тәнҡиткә эләгә.

Гармиш-Партенкирхендағы Олимпия уйындарында ул салют бирмәй, әммә уйындан һуң, Гитлерҙың Берхтесгаден ситендә урынлашҡан резиденцияһына төшкө ашҡа саҡырыуҙан баш тартмай.

Гитлер Хениға оҙон итеп яҙылған яҙыулы фотоһын бүләк итә. Актёрлыҡ карьераһын башлағас та, Хени нацистар менән бәйләнеште юғалтмай. Йозеф Геббельс уның «Миллионға берәү» тигән тәүге фильмын Германияла танытыуға үҙе шәхсән өлөш индерә.

Нацист Германияһының Норвегияны оккупациялау ваҡытында, немецтар Гитлерҙың автографлы фотографияһын күрәләр. Ул Хениҙың Ландёйҙағы ғаилә йортонда, Аскерҙа пионино өҫтөнә ҡуйылған була. Бының һөҙөмтәһендә Хениҙың Норвегиялағы шәхси милке тартып алыуға ла эләкмәй, немецтар тарафынан зыян да күрмәй.

1941 йылда Хени Америка Ҡушма Штаттары гражданкаһы булып китә. Голлевуд йондоҙҙарының күптәре кеүек, ул АҠШ-тың United Service Organizations (USO) һәм ошоға оҡшаш хәрәкәттәрҙең хәрби ҡыҫымын хуплай. Әммә Норвегия ҡаршылыҡ хәрәкәтенә һәм нацистарға ҡаршы асыҡ сығыш яһауҙарҙы яҡлауҙарҙа ҡатнашмай. Бының өсөн ул күп кенә норвегиялыларҙың һәм Норвегия американдарының тәнҡитенә эләгә.

Һуғыштан һуң, Хени күп кенә ватандаштарының үҙен хыянатсы тип ҡабул итеүҙәренә бошона. Нисек кенә булмаһын, ул Норвегияға үҙенең «Боҙҙағы байрам» тип аталған шоу программаһы менән әйләнеп ҡайта, һәм 1953, 1955 йылдарҙа триумф менән сығыш яһай.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Хени өс тапҡыр кейәүҙә була: Дэн Топпингта (бейсболист), Уинтроп Гардинерҙа һәм Норвегияның бай ғына кораблдәр хужаһы, меценат Нильс Унстадта.

1956 йылда, төп эштәренән ситләшкәндән һуң, ул Унстадҡа кейәүгә сыға. Хени менән Унстад Осло ҡалаһында йәшәй башлайҙар һәм икәүләп хәҙерге сәнғәт буйынса ҙур ғына тупланма йыйыуға өлгәшәләр. Был тупланма Осло янындағы Хени-Унстад художестволы сәнғәт үҙәгенең төп экспозицияларын булдыра.

Рәсми никахынан тыш, Хениҙың күп һанлы йәрҙәре лә була. Улар иҫәбенә конькиҙа шыуыусы партнерҙар Джек Данна һәм Стюарт Реберн да инә, һуңғы мөхәббәт романдарының береһе актёр Ван Джонсон менән була.

Оҙаҡ ваҡыт дауамында ул ағаһы Лейф менән аралашмай, ғаилә мөлкәте арҡаһында уның менән низағлаша[5].

Хениҙың вафатынан һуң Лейф һәм Раймонд Стрэйт «Боҙ королеваһы, күләгә королеваһы» тигән биографик китап яҙалар. Уға ярашлы, Хениҙың бар булмышын бары тик аҡса һәм секс ҡына биләгән була. Ул бик алама холоҡло тип күрһәтелә, һәм үҙ ғаиләһен, башҡа кешеләрҙе оятһыҙ рәүештә үҙ маҡсатына ирешеү өсөн тотона, тип яҙалар авторҙар.

1960 йылдар уртаһында Соня Хениҙа лейкемия ауырыуы табалар. Ул 1969 йылда, 57 йәшендә, Париждан Ослоға осош ваҡытында вафат була. Соня Хени һәм уның ире Нильс Унстад Ослола Хени- Унстад сәнғәт үҙәге алдында ерләнгән.

Ослола Соня Хениға бейек булмаған гранит постаментта бронза һынды кәүҙәләндергән һәйкәл ҡуйылған. Унда Соняның боҙҙа пируэт яһаған мәле сағылдырылған.

Спорт ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
Соня Хени фигуралы шыуыу буйынса Донъя чемпионатында. Берлин 1931 йыл.

Ҡатын-ҡыҙҙар

үҙгәртергә
Ярыштар/Миҙгел1924192519261927192819291930193119321933193419351936
Ҡышҡы олимпиадалар8111
Донъя чемпионаты521111111111
Европа чемпионаты111111
Норвегия чемпионаты[6]11111

Парлы шыуыу

үҙгәртергә

(с Arne Lie)

Ярыштар/Миҙгелдәр192619271928
Донъя чемпионаты5
Норвегия чемпионаты111

Фильмографияһы

үҙгәртергә
ЙылРусса исемеТөп телдә исемеРоль
1927фЭлизабет өсөн ете көнSeven Days for Elizabethфигуристка

Ҡалып:ВдФильме

1936фМиллионға берәү (фильм)One in a MillionГрета Мюллер
1937фЙоҡа боҙ (фильм)Тонкий лёдThin Ice / Лили Хейзер
1938фАли-Баба ҡалаға бараAli Baba Goes to Townкамео
1938фЕргә уңышлы төшөүHappy LandingТруди Эриксен
1938фМинең бәхетле йондоҙом (фильм, 1938)My Lucky StarКриста Нильсен
1939фИкенсе скрипка (фильм)Second FiddleТруди Ховлэнд
1939фБөтәһе лә төндә булаEverything Happens at NightЛуиза
1941фҠояшлы үҙәк серенадаһыSun Valley SerenadeКарен Бенсон
1942фИсландия (фильм)IcelandКатина Йонсдоттир
1943фҠышҡы миҙгелWintertimeНора
1945фБыл — ләззәтIt’s a PleasureКрис Линден
1945фГрафиня Монте-КристоThe Countess of Monte CristoКарен Кирстен

Ҡалып:ВдФильме

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
🔥 Top keywords: Баш битВикипедия:Рәхим итегеҙРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:ЭҙләүВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайВикипедияАрыҫлан петроглифтарыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүБашҡорт телеВикипедия:Алфавитлы күрһәткесБашҡорт алфавитыВикипедия:BarКатегория:Алфавит буйынса күп мәғәнәле төшөнсә биттәреЕнси актВикипедия:ХакимдарАсыҡ контентВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрВикипедия:Һайланған мәҡәләләрКатегория:Википедия:Портреты булмаған хәрби эшмәкәр тураһында мәҡәләВикипедия:Ҡатнашыусыларҙың исемдәреХалыҡ-ара стандарт китап номерыФекерләшеү:Баш битВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрИр енес ағзаһыПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләҠытай Халыҡ РеспубликаһыБашҡортостанИмам ШамилКамалов Ринат Әлтәф улыАмерика Ҡушма ШтаттарыМэттью Перри