София Адлерспаре

София Адольфина Адлерспаре (швед. Sophie Adlersparre; 6 март 1808 йыл — 23 март 1862 йыл) — Швеция рәссамы.

София Адлерспаре
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ Швеция[3]
Тыуған көнө6 март 1808({{padleft:1808|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[4][5][6][…]
Тыуған урыныОттенбю[d], Мёрбюлонга[d], Кальмар[d], Швеция[5][6]
Вафат булған көнө23 март 1862({{padleft:1862|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[5][7][8][…] (54 йәш)
Вафат булған урыныSt. Eugenia's Church[d], Стокгольм[d], Стокгольм[d], Швеция[8]
Ерләнгән урыныримско-католическое кладбище в Норра бегравнингсплатсен[d][9]
АтаһыAxel Adlersparre[d][6]
Бер туғандарыАксель Адлерспарре[d][5][6]
Һөнәр төрөрәссам
УҡыусыларАмалия Линдегрен[d]
Кемдә уҡығанЛеон Конье[d], Carl Gustaf Qvarnström[d], Сандберг, Йохан Густаф[d] һәм Сёдермарк, Олоф Йохан[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы1862[4]
ҠатнашыусыSvenska konstnärinnornas exhibition[d]
Жанрпортрет[d][5]
Изображается наАвтопортрет[d]
Вики-проектProject Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһыМилли һынлы сәнғәт музейы[d] һәм Национальная портретная галерея Швеции[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыавторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбыSofia Adlersparre
 София Адлерспаре Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

София Адольфина Адлерспаре 1808 йылдың 6 мартында швед коммунаһы Мёрбюлонгта тыуған. София Адлерспареның атаһы — лютеран дворяны, Аксель Адлерспарре (1763—1838), Эланд утрауҙары губернаторы, әсәһе — Каролина фон Арбин. Ҡыҙҙарының һынлы сәнғәткә ҡыҙыҡһыныуы бала сағынан уҡ күренә. Тәүҙә ҡыҙ һынлы сәнғәткә Эланд утрауына карап һәләкәтенән һуң килеп эләккән рәссам К. Ф. Педерсендан өйрәнгән. 1830 йылда ғаилә Стокгольмға күсеп килгән. София рәссамдар Карл Густав Кварнстремдан (1810—1867), Йохан Густав Сандбергтан һәм Олаф Йохан Седермарктан (1790—1848) художество белеме алған.

1836 йылда беренсе тапҡыр, тәхеткә ултырырға тейешле принцесса, буласаҡ Швеция королеваһы Жозефина Лейхтенбергская уға үҙенең портретын төшөрөргә заказ биргәндән һуң, ул рәссам булараҡ таныла.

Һынлы сәнғәтте өйрәнеү маҡсатында, Адлерспаре Германияға бер нисә сәйәхәт ҡыла. Адлерспар Германия, Франция һәм Италия. 1839—1840 йылдарҙа ул Парижда Леон Коньенан өйрәнә, рәссамдар Карл Вальбом һәм ПерВикенберг менән таныша. Швецияға ҡайтып, ул мәктәп рәсем төшөрөү мәктәбен аса, уның уҡыусылары араһында швед рәссамы Амалия Линдегрен да була.

Королева Жозефина, София Адлерспаре

1845 йылда Швеция королеваһы Софияның Парижда артабанғы уҡыуын түләгән; 1845—1846 йылда ул Дрезденда немец рәссамдары Юхан Кристиан Клаусен Далдә һәм Каспар Давид Фридрихта элекке оҫталарҙың картиналарының күсермәһен эшләргә өйрәнә, туҡтап ҡалды. 1851—1855 йылдарҙа уҡыу һәм Мюнхен, Болонья, Флоренция һәм Рим ҡалаларында туҡтап, унда ла уҡыған, Римдә ул швед һәм немец рәссамдары колонияһы ағзаһы була, рәссам Фридрих Овербек етәкләгән Назарейлылар хәрәкәтендә ҡатнаша. Римдә София Адлерспаре католицизмға күсә (үҙе лютеран ғаиләһенән булған), папа Пий IX портретын яҙа. Уның был йылдарҙағы эштәрендә романтизм һәм рәссам Рафаэлдың тәьҫире тойомлана. София Адлерспаре, Чиголи (Лодовико Карди) «Был — кеше» һәм Маркантонио Франческини «Иосифтың үлеме» кеүек рәссамдарҙың эштәрен дә индереп, билдәле рәссамдарҙың картиналарын күсереп эшләй.

1855 йылда Адлерспаре эштәре Король Һарайында ҡуйылған Швецияға визит яһай.

1862 йылда Адлерспаре Швецияға төпләнеп йәшәргә ҡайта. Унда уға Litteratörernas och Artisternas pensionsförening пенсия тәғәйенләй. Тәүге түләүҙе алғандан һуң күп тә үтмәй, рәссам вафат була.

Хәҙерге ваҡытта София Адольфина Адлерспаре картиналары Стокгольмдағы Швеция Милли музейында («Принцесса Жозефина», 1841; Оскар Беренсе портреты, 1846; Аксель фон Арбин һәм Генриетта", 1858 һ. б.), Крагеһольм замогында һәм шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Король ғаиләһе ағзаларының бер нисә портреты, Пий IX портреты король коллекцияларында һаҡлана.

Галереяһы

үҙгәртергә

Әҙәбиәт

үҙгәртергә
  • Österberg, et Carin al., Svenska kvinnor: föregångare, nyskapare. Lund: 1990 Signum. (ISBN 91-87896-03-6(швед.)
  • Stålberg, Wilhelmina & Berg P. G.. 1864-1866 om Anteckningar qvinnor svenska (швед.)
  • Källor: Dagbok, i i av Tidskr sammandrag meddelad Leijonhufvud Sofie. för hemmet, Årg. 5-6, 1863-64;
  • Konstutställning Kvinnornas egen (Idun, 1911, ' s. 146); J. Roosval, Svenskt konstgalleri (1912);
  • Ida Trotzig, Sophie Adlersparre (Idun, 1911, ' s. 406);
  • 1911 mars 1-30 Svenska konstnärinnors utställning. Kataloe.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
🔥 Top keywords: Баш битЛИкенсе донъя һуғышыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуАрыҫлан петроглифтарыВикипедияВикипедия:Алфавитлы күрһәткесМэттью ПерриВикипедия:BarВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ТасуирламаЭҙләүҙе оптималлаштырыуХалыҡ-ара стандарт китап номерыВикипедия:БерләшмәЕнси актМахсус:ЭҙләүВикипедия:Сығанаҡтарға һылтанмаларҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЭэВикипедия:Һайланған мәҡәләләрХеттарПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләКатегория:Алфавит буйынса тораҡ пункттарыВикипедия:ҠоролтайВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрГеографик координаталарКатегория:Википедия:Портреты булмаған хәрби эшмәкәр тураһында мәҡәләПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Беҙҙең берләшмә ваҡиғаларыБоронғо БашҡортостанВикимедиа фондыВикипедия:Башҡорт Википедияһында булырға тейеш мәҡәләләрАсыҡ контентПроект:МириадаФекерләшеү:ДилиЦ