Чжоу Сюань

Чжоу Сюань(ҡыт. трад. 周璇, ингл. Zhou Xuan, Chow Hsuan; 1 август 1918 йыл — 22 сентябрь 1957 йыл) — полуляр ҡытай йырсыһы һәм актёры. 1940 йылдарҙа «ете иң бөйөк йырсыларҙың береһе»[2] , бәлки, иң танылғанылыр ҙа, сөнки ул бер үк ваҡытта киноға ла төшөргә өлгөрә. Үҙ карьераһында ул 200-ҙән ашыу йыр яҙҙыра, 40-тан ашыу фильмда төшә[3].

Чжоу Сюань
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ Ҡытай Республикаһы[d]
 Ҡытай
Тыуған көнө1 август 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) или 1 август 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыныЧанчжоу[d], Цзянсу[d], Бэйянское правительство[d]
Вафат булған көнө22 сентябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Вафат булған урыныШанхай, Ҡытай
Ерләнгән урыныШанхай
Һөнәр төрөйырсы, актёр
Музыка ҡоралывокал[d]
 Чжоу Сюань Викимилектә

Балалыҡ йылдары

үҙгәртергә

Су Пу (тыуғанда бирелгән исеме Чжоу Сюань) бәләкәй генә сағында уҡ ата-әсәһенән айырылған була һәм икенсе ғаиләлә тәрбиәләнә. Ғүмер буйы ул туғандарын эҙләй, әммә уның килеп сығышы тик үҙе үлгәндән һуң ғына асыҡлана[4]. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, уның туғандарының береһе, опиум ҡулланыуға әүәҫләнеп ала һәм 3 йәшлек Пуҙы икенсе бер ҡалаға алып барып, Ван ғаиләһенә һата. Был ғаиләлә ҡыҙға Ван Сяохун тип яңы исем бирәләр. Артабан уны Чжоу ғаиләһе ҡыҙлыҡҡа ала, һәм улар ҡыҙҙың исемен Чжоу Сяохун тип үҙгәртәләр[5].

13 йәшендә ул Чжоу Сюань тигән ижади псевдоним ала («сюань» (ҡыт. трад. ) буйынса, «аҫыл нефрит» тигәнде аңлата).

Карьераһы

үҙгәртергә

1932 йылдарҙа Чжоу Сюань Bright Moonlight Song and Dance труппаһы составында сәхнәлә сығыш яһай башлай. Ун дүрт йәшендә Шанхай йырсылар конкурсында ике тапҡыр призлы урынға лайыҡ була, һәм уны юғары ноталарҙы еңел алғаны өсөн «Алтын тауыш» (ҡыт. трад. 金嗓子) тип йөрөтәләр. 1935 йылда Чжоу кинола төшә башлай һәм граммофон дәүеренең иң танылған һәм ҙур һорау менән ҡулланған артистарҙың береһенә әйләнә, үҙ фильмдарынан иң популяр йырҙар башҡарып, вафатына тиклем ул ошо юғары исемдәрҙе һаҡлап ҡала.

1937 йылда ул режиссёр Юань Мучжиҙың «Урам фәрештәһе» фильмында төп ролде башҡарып, барыһы тарафынан да ҡабул ителгән кино йондоҙо булып китә.

1946—1950 йылдарҙа Чжоу Сюань йыш ҡына Гонконгта була, ул « Бар булмышты алыр мөхәббәт» (ҡыт. трад. 長相思), 花外流鶯, 清宮秘史, «Йәйғор йыры»(ҡыт. трад. 彩虹曲) фильмдарын төшөрөүҙә ҡатнаша. Тамашасылар хөкүменә 1949 йылда «Шанхай төндәре» (ҡыт. трад. 夜上海) фильмын тапшырып, Чжоу Шанхай ҡайта. Шунан һуңғы бер нисә көндә ул нервы өйәнәге сире менән йыш ҡына яфанғанлыҡтан, психиатрик клиникала дауалауаланып ала. Чжоуҙың тормошо ярайһы уҡ ҡатмарлы була: ғаилә тормошо ла яйға һалынмай, никахһыҙ бала таба, бер нисә тапҡыр үҙ-үҙенә ҡул һалыуға ла барып етә.

43 фильмда төшһә лә, Чжоу Сюань үҙенең иң яратҡан фильмы тип «Урам фәрештәһе» фильмын һанай. Был кинокартинала Чжоу Сюань ике йыр башҡара: Four Seasons Тусовка (ҡыт. трад. 四季歌) һәм The Wandering Songstress — улар ҙур популярлыҡ яулай.

Чжоу Сюань 39 йәшендә Шанхай психиатрия дауаханаһында вафат була[6]. Сираттағы нервы өйәнәгенән һуң барлыҡҡа килгән энцефалит уның үлеменең сәбәбе булыуы ихтимал.

Чжоу Сюандың ике улы бар: Чжоу Вэнь[7] һәм Чжоу Вэй — улар икеһе ике атанан. Чжоу Вэнь биографияһына ярашлы, уның ҡустыһы Тан Диҙың (ҡыт. трад. 唐棣) улы, ә Вэнь үҙенең атаһы билдәһеҙ, тип иҫәпләй.

Чжоу Вэй әлеге көндә Торонтола йәшәй, ваҡыты-ваҡыты менән метрола сығыш яһай һәм төрлө музыкаль проекттарҙа ҡатнаша. Ул флейтасы булараҡ билдәле[8][9]. Уның ике ҡыҙы бар, икеһе лә музыка менән шөғөлләнә. Өлкән ҡыҙы, Чжоу Сяосюань, — классик пианист, Конкордий университетында белем алған, Пекинда йәшәй.

Мәҙәни мираҫы

үҙгәртергә

Чжоу Сюань башҡарыуындағы йырҙар элекке ҡытай йырҙары йыйынтығының мотлаҡ өлөшө булып тора.

Чжоу Сюань тураһында уның улдары тарафынан ике биографик материал баҫтырып сығарыла: Чжоу Вэй ҡатыны Чан Цзин (ҡыт. трад. 常晶) менән берлектә сығарған — «Минең әсәйем Чжоу Сюань» (ҡыт. трад. 我的媽媽周璇); «Чжоу Сюань көндәлеге» тигән икенсе китапты Чжоу Вэнь яҙған.

Биография буйынса бәхәс

үҙгәртергә

Чжоу Вэнь әсәһе биографияһының үҙ версияһын баҫтырып сығарғас, Чжоу Вэй уны көндәлектәрҙе һәм документтарҙың күсермәһен, Чжоу Сюандың образын боҙоп күрһәтеү өсөн тотонған тип, ялғанлауҙа ғәйепләй. Шулай уҡ Чжоу Вэндең бала саҡтан уҡ Чжоу Вэйҙы күрә алмауы асыҡлана. Вэнь тыуғас та уҡ икенсе ғаилә тарафынан уллыҡҡа алына һәм насар йоғонтоға бирелә. Бының һөҙөмтәһендә, Вэй Чжоу Сюандың рәсми вариҫына эйә була, ә Вэй бер нәмәһеҙ тороп ҡала[10].

Телевидение

үҙгәртергә

1989 йылда TVB-ла Bird Тусовка телесериалы сығы, ул Чжоу Сюань һәм уның һөйгәне тураһында һөйләй. Ролдәрҙе Надя Чан һәм Леон Лай башҡара. Сериалда Чжоу Сюань йырҙары кантон диалектына тәржемә ителә һәм улар Чан башҡарыуында яңғырай. Телевидениелағы дуэт башҡарышын Лай йырлай, ләкин яҙмала Дерик Ван Чандың партнер була.

Чжоу Сюандың Чжоу Вэй яҙған биографияһы ҡытай телендәге «Чжоу Сюань» сериалында экранлаштырыла, унда төп ролде Сесилия Чэунсюань башҡара. Чжоу Вэй сериал сығарыусыларҙы китаптың интерпретацияһын дөрөҫ бирмәүҙә һәм ғаиләһенә зыян килтереүҙә ғәйепләй[11].

Фильмографияһы

үҙгәртергә

Халыҡ-ара исемдәре һатыуға сыҡҡан фильмдары өсөн генә килтерелде; һатыуға сыҡмағандарына ҡаралған урын буш ҡалдырыла.

ГодРусса исемеҠытайса исемеХалыҡ-ара исемеРолдәре
1935花烛之夜婢女宝玲
风云儿女
美人恩A Beauty’s Kindness
狂欢之夜
1936化身姑娘A Girl Incarnate
百宝图100 Precious Pictures
喜临门
1937女财神Goddess of Wealth
满园春色Spring is Everywhere
三星伴月Three Stars Beside the Moon
Ангел с улицы马路天使Street AngelСяо Хун
1939新地狱A New Hell
孟姜女Meng Jiangnü
李三娘Li Sanniang
七重天Seven Important Days
董小宛Dong Xiaowan
1940孟丽君Meng Lijun
苏三艳史The Amorous History of Su San
西厢记Tale of the West Chamber
黑天堂Dark Heaven
三笑Three SmilesЦю Сян
1941梦断关山Broken Dreams on Mount Guan
解语花The Communicators
天涯歌女Songstress at the End of the Earth
夜深沉Darkest NightЮэ Жун
梅妃Concubine Mei
恼人春色Annoying Spring Scenery
1943Дочь рыбака渔家女Daughter of the Fisherman
1944Сон в красном тереме红楼梦Dream of the Red Chamber
鸾凤和鸣Happy Marriage
1945凤凰于飞Cry of the Birds
1946各有千秋We Each Have Our Strong Points
1947长相思An All-Consuming Love
Ночлежка夜店Night Inn
忆江南
1948歌女之歌Song of Songstress
Печали Запретного города清宫秘史Sorrows of Forbidden CityЧжэньни
花外流莺Orioles Banished from the Flowers
1949莫负青春Waste Not Our Youth
1950花街
1953银海千秋
彩虹曲

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Baidu. «Baidu 2007 йыл 12 март архивланған.Bai Guang. Retrieved on 2007-04-28.
  3. Emilie Yueh-yu Yeh. Chapter 12 - China // The International Film Musical (Traditions in World Cinema). — ISBN 978-0748634767.
  4. 周璇身世越发离奇 原名苏璞竟是苏轼后人.
  5. "Golden Voice" Zhou Xuan. China Radio International (2004-3-31). 2016 йыл 3 март архивланған.
  6. Atkins, Taylor. Jazz Planet. — University Press of Mississippi, 2003. — ISBN 1-57806-609-3.
  7. 周璇两儿子爆出几十年恩怨纠葛(图) 2004 йыл 12 июль архивланған.
  8. 越洋连线专访周璇次子周伟:真实的周璇 (图)
  9. «地铁王子»---周璇之子在加拿大 2012 йыл 13 июль архивланған.
  10. Zhuo Wei. 周璇两子为何结怨半生 几十年恩怨纠葛后的秘密. netandtv.com (9 июль 2004). 2005 йыл 25 май архивланған.
  11. 张淳. 张柏芝版"周璇"面目全非 周家后人三大不满. Xinhua News (28 март 2006).